

Аяз Камалов 1996 йылда ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала, бер йылдан хирургия буйынса интернатура тамамлай. Тағы ике йыл ординатурала белемен камиллаштыра.
2010 йылда Аяз Ринат улы йөрәк- ҡан тамырҙары хирургияһы специальносы буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетында квалификация күтәреү курстары үтә.
Ғинуарҙан башлап Аяз Камалов төбәктәге иң төп мәсьәләләрҙең береһе – ашғыс ярҙам табиптарын етмәүен хәл итә башланы. Республика ашығыс ярҙам станцияһының профсоюздар ойошмаһы рәйесе әйтеүенсә, 90 бригаданың 30-ы ғына тулыһынса комплектланған. Баш табип вазифаһын башҡарыусы Аяз Ринат улы медицина колледжы студенттары менән осрашып, буласаҡ табиптарҙы ашығыс ярҙам күрһәтеү системаһында эшләүҙең өҫтөнлөктәре менән таныштырҙы.
Башҡортостанда медицина колледжы студенттары өсөн «Ашығыс ярҙам медицинаһы» специальносы буйынса ҡайтанан уҡыу өсөн киткән сығымдарҙы компенсациялау ҡаралған. 2019 йылдың июненән өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн эш хаҡына 65 процент өҫтәмә түләү ҙә индерелгән. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында торлаҡ сертификаттары программаһы буйынса, ашығыс ярҙам бригадаһында эшләүсе табип торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн – 500 мең һумға, ә шәфҡәт туташы 350 мең һумға дәғүә итә ала.
Фото:Башинформ.