Новости
31 Ғинуар 2020, 12:15

Ҡайһы бер ирҙәр еңел табыш эҙләп ҡатындарға "һунар" итә!

Һаҡ булығыҙ!

Өфө ҡалаһында 53 йәшлек ир яңы танышын быуып үлтергән. 65 йәшлек ҡатындың мәйетен туғандары күреп, полицияға хәбәр иткән. Тикшереү күрһәтеүенсә, ир еңел табыш эҙләп, ҡатын менән таныша, ҡунаҡҡа килә. Хужабикәне үлтергәс, ҡиммәтле тунын, планшетын һәм аҡсаһын алып, енәйәт урынынан ҡаса. Әлеге ваҡытта үлтереүсе ҡулға алынған.

Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ay-i-ber-ir-r-e-el-tabish-e-l-p-atindar-a--unar-it-98483/
Читайте нас