Новости
30 Ғинуар 2020, 09:11

Шик белдерелгән пассажирҙарҙың диагнозы билдәле

Мәғлүм булыуынса, Ҡытайҙа таралған коронавирустан республика халҡын аралау маҡсатында Өфө аэропортында ла хәүефһеҙлек саралары күрелә. Сит илдәрҙән килгән граждандар ныҡлы тикшерелеү үтә.

Ҡытайҙан "Санья - Өфө" рейсында килгән ике кешене, һаулығында шикләнеп, Өфөнөң 4-се инфекция клиник дауаханаһына тикшереүгә ебәреүҙәре хаҡында яҙғайныҡ. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешеләр именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығынан белдереүҙәренсә, был пассажирҙарҙың анализдары кире һөҙөмтә биргән, тимәк, ауырымайҙар. Әйткәндәй, анализдарҙы Новосибирскиҙағы “Вектор” ғилми үҙәгенең лабораторияһында тикшергәндәр.
Фото: 123ru.net
Читайте нас