Новости
30 Ғинуар 2020, 06:32

Муттар йәнә әүҙемләшкән

Кеше аҡсаһына ял итеп туйып, ахыры, телефон муттары тағы ла анһат ҡына аҡса эшләүгә тотонған.

РФ ЭЭМ Стәрлетамаҡ буйынса идаралығынан Дарина Горчакова хәбәр итеүенсә,

17 ғинуар аферистар 24 йәшлек егеткә шылтыратып, уны, беҙ банк хеҙмәткәрҙәре, картағыҙҙан аҡса урларға маташалар, тип алдап, егеттән банк картаһы мәғлүмәттәрен һорашып алған. Уларға ышанған егет 200 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

54 йәшлек ҡатынды ла шулай уҡ алдағандар. Банк "хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсағыҙҙы хәҙер урлайҙар бит, тигәс, ҡатын ят кешегә ышанып, ҡурҡышынан картаның пин-кодын һәм һандарҙы әйтеп биргән. Бер нисә минуттан уның кредит картаһынан 190 мең һум аҡса юғалған...

Муттар төрлө ысулдар ярҙамында кешенән аҡса һыға ғына. Мәҫәлән, 22 йәшлек ҡыҙға аферистар социаль селтәрҙә ҡапҡан ҡорған: билдәле банкта ҙур сумма аҡса оттоғоҙ, тип уны алдап, картаһының мәғлүмәттәренә эйә булып, 10 мең һум аҡсаһын урлаған.

32 йәшлек ҡатындың сәхифәһен емереп инеп, уның исеменән дуҫ-таныштарынан аҡса үтескә һорағандар. 40 йәшлек танышы, уға, ысынлап та, аҡса кәрәк булып киткән икән, тип уйлап, 4 мең һум аҡса күсергән...

43 йәшлек ҡатын иғландар сайты аша фотоаппарат һатып алырға теләп, 32 мең һум аҡсаһынан яҙған: аферистар уның банк картаһының мәғлүмәттәрен һорап, аҡсаһын урлағас, иғланды юйып, сәхифәне япҡандар.

Был факттар буйынса енәйәт эштәре асылған.

Фото: Интернеттан.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Muttar-y-n---eml-shk-n-99155/
Читайте нас