Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәхеткә ҡаршы, егетте бәлә-ҡаза аралаған, ул иҫән-имен. Тик һауа температураһының 20 градусҡа тиклем түбәнәйеүе сәбәпле юлда туңыу хәүефе тыуған, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Машинаның бензины ла самалы ғына ҡалған, “тимер ат”ты тоҡандырып булмаған. Ҡатмарлы ваҡиғанан үҙ көсө менән генә сыға алмаҫын аңлап, егет ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап шылтыратҡан. Дөрөҫ эшләгән водитель. Ваҡиға урынына авария-ҡотҡарыу хеҙмәте оператив рәүештә килеп етеп, егетте ҡалаға тиклем оҙатышҡан.
Ауыр, әммә бик мөһим эш башҡарыусы ҡотҡарыусыларға һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын. Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!