Новости
30 Ғинуар 2020, 06:39

Февраль да йылы буласаҡ

Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығышынан башҡа, февраль айы ла ғинуар кеүек йылы буласаҡ.

Бары тик ай аҙағында ғына көслө ҡар яуыуы, сатлама һыуыҡтар күҙәтелеүе ихтимал. Көндәр ҙә йонсоу торасаҡ. Белгестәр фекеренсә, беҙҙә атлантик циклон өҫтөнлөк итә. Миҙгелгә хас булмаған һауа торошо көҙҙән сәсеп ҡалдырылған үҫемлектәр, емеш ағастары өсөн файҙаға түгел. Уңыш булыуы икеле.

Иң мөһиме – ҡыш йылы булһа ла, ҡар күберәк яуһын!

Фото: rasfokus.ru

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Fevral-da-yili-bulasa-98438/
Читайте нас