Ҡайһы бер автобус хужалары яңылыҡтарҙы тулыһынса ҡабул итмәй, һаман ҡулаҡса менән түләүҙе талап итә, ҡайһы берҙәре республика етәкселеге менән юл йөрөү торошон уңайлаштырыу юлдарын эҙләй.
Мәҫәлән, Дим биҫтәһенә алып барған 216-сы маршрут автобусы шоферы үҙенсәлекле алым уйлап тапҡан. “65 йәштән өлкәндәр, автобус шоферы теләгенән сығып, бушлай йөрөү хоҡуғына эйә” тигән белдереү яҙып элгән ул.
Кемделер тәнҡитләр алдынан изге эште үҙебеҙҙең ҡулға алыу мөһим. Донъяны үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла, тиҙәр бит. 216-сы маршрут автобусындағы әлеге башланғыс башҡаларға үрнәк булып торһасы.