Новости
30 Ғинуар 2020, 09:12

Баҡсанан баланы алам тип...

Бер ҡараһаң, хәл ҡәҙимге кеүек – телефон урлағандар. Әммә енәйәт ҡылынған урын хайран итә: хәл баш ҡаланың бер балалар баҡсаһында булған. Ошо аҙымға барыр алдынан атай йораты балаһы өсөн был хәлдең ни тиклем ауыр эҙемтәле буласағын уйланымы икән?

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, полицияға 32 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул 20 мең һумдан ашыу торған ҡиммәтле телефонын юғалтыуын белдергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсене тотҡан. Ул 43 йәшлек ир булып сыҡҡан.
Өфөнөң Баязит Бикбай урамында урынлашҡан баҡсаға ир балаһын алырға килгән. Бәләкәсен кейендереп торғанда, коридарҙа ул хужаһыҙ ятҡан кеҫә телефонын күреп ҡалған. Оҙаҡ уйлап тормаған: һалып алған да, балаһын етәкләп ҡайтып киткән. Сим-картаһын алмаштырған, ҡуллана башлаған. Был хәл ирҙең биографияһындағы беренсе енәйәт.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, телефон хужаһына ҡайтарылған. Тик балаға ғына атаһының аңһыҙ ҡылығын нисек аңлатырға?
Фото: ruwest.ru
Читайте нас