Новости
30 Ғинуар 2020, 08:50

Арҡайымда йәшәү шарттары яҡшыра

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, Арҡайым ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн бар шарттар тыуҙырыла.

Ҡасабаға барыу өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған Крупская урамында яңы күпер төҙөлгән һәм тимер юл аша үткән юл ремонтланған. Урамдарға сүп-сар йыйыу өсөн контейнерҙар урынлаштырылған.
Иң мөһиме - урамдар яҡтыртылған. Арҡайымдың 14 километрында тышҡы яҡтыртыу селтәре һуҙылып, барлығы 227 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Шулай уҡ һыу һәм “зәңгәр ут” торбаларын һуҙыу ҙа планға ярашлы башҡарыла.
Ҡасабала йәшәүсе балаларҙың хәҙер үҙҙәренең яратҡан урыны бар. Бында яҡтыртылған һәм заманса талаптарға яуап биргән матур һәм яңы балалар майҙансығы сафҡа ингән.
Әйткәндәй, арҡайымдарҙың ҡала хакимиәте етәкселеге менән үткән осрашыуҙа күтәргән проблемалары аҡрынлап хәл ителә.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас