1. Йоҡо туймау. Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йөҙ йылда кеше уртаса 20 процентҡа аҙыраҡ йоҡлай башлаған. Йоҡо туймауҙан баш мейе күҙәнәктәренең үлә башлауы мөмкин.
2. Иртәнге ашты ашамау. Быныһы иһә эшкә һәләтлелекте кәметә. Иртән ашамағас, ҡандағы шәкәр күләме кәмей. Был үҙ сиратында баш мейеһенә туҡлыҡлы матдәләрҙең килеүен әкренәйтә.
3. Тәмле-татлы ашау. Шәкәр күп булыу сәбәпле аҡһым насар үҙләштерелә.
4. Стресс. Күңел көсөргәнеше хәтерҙең насарайыуына килтерә, интеллектуаль мөмкинлектәрҙе кәметә.
5. Йоҡлата торған дарыуҙар һәм депрессияға ҡаршы препараттар. Улар шулай уҡ хәтерҙе насарайта.
6. Тәмәке тартыу. Никотин ҡан тамырҙарын ҡыҫа. Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра.
7. Ҡояш нурҙары етмәү. Ультранурҙар ҡан әйләнешен, йәғни кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр килеүҙе көйләй. Шулай уҡ улар кешенең кәйефенә тәьҫир итә торған серотонин гормонын барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Һәр көн биш минут булһа ла саф һауала йөрөргә тейешбеҙ.
8. Һыу етмәү. Ул баш мейеһенә насар йоғонто яһай, уның эшкә һәләтлелеген кәметә.
9. Мәғлүмәттең күп булыуы. Был, бер ҡарағанда, баш мейеһе өсөн күнекмә генә кеүек. Әммә мәғлүмәт күп булһа, кеше аңы уны үҙләштерергә өлгөрмәй.