Новости
29 Ғинуар 2020, 06:10

"Вәсилә исеме менән аҡса эшләй!"

Йырсының ире Илгиз Абдраҡипов яңы китап авторына дәғүә белдерерме?

Яңы йыл байрамдары алдынан Балтач районында йәшәүсе Хәнис Хәзимов Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап сығарғайны. Йырсының ире Илгиз уның менән риза булмауын белдереп, Медиакорсети электрон баҫмаһына интервью биргән.
"Хәнис Хәзимов былтыр минең менән танышып, китап яҙырға теләүен әйтте. Ризалығымды белдереп, Вәсиләнең ижадташ дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең, туғандарының телефон номерҙарын һәм фотолар бирҙем. Ул саҡта китап сығарыу һәм хеҙмәт хаҡын түләү мәсьәләһен аҙаҡ хәл итербеҙ, тип килештек. Бер аҙҙан миңә авторҙың билдәле шәхестәрҙән китапты нәшер итеү өсөн аҡса һорап йөрөүен хәбәр иттеләр. Тиҙ арала уға шылтыратып, хеҙмәт хаҡын асыҡларға булдым. Тик автор минән бик ҙур сумма талап итте һәм мин унан китап яҙыуҙы туҡтатырға ҡуштым. Китап сыҡҡан, таныштарым: "Ҡайҙан алырға була?" - тип минән һорай. Тимәк, яҙыусының Вәсиләнең исеме менән аҡса эшләргә, тигән маҡсаты тормошҡа ашасаҡ. Әйткәндәй, китаптың исем туйына мине саҡырыусы булманы. Саҡырһалар ҙа бармаҫ инем" - ти Илгиз Абдраҡипов.
Шулай ҙа ул авторҙы судҡа бирергә теләмәй: "Тауыш сығарғым килмәй. Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә..."
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/V-sil-iseme-men-n-a-sa-eshl-y-97448/
Читайте нас