Минең туған телем – башҡорт теле. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәрҙе, йырҙарҙы ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...
Туған тел әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшә килә. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.
Тел... Милләт... Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған.
Ҡыуаныслы ваҡиғаға шаһитбыҙ – республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡортостанда «Башҡорт теле йылы» тип иғлан ителде. Башҡортостан тигән илдә йәшәгәс, башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү мөһимдер, тип уйлайым.
Мине һәр ваҡыт «Ни өсөн ата-әсәһе башҡорт булып та, балалары рус телендә аралаша икән?» – тигән һорау борсой. Йыш ҡына магазинда йә урамда кескәйҙәр әсәйҙәренә русса һөйләй, әсәй ҙә үҙ телендә яуап бирәһе урынға, балаһына русса яуаплай. Был көнүҙәк мәсьәлә тик мине генә түгел, үҙ теленең яҙмышы өсөн борсолған күп кешене уйландыралыр. Милли мәктәптәргә үҙ телдәрен белмәгән балалар йылдан-йыл күберәк килә, шуға башланғыс класс уҡытыусылары дәрестәрҙе тәржемә итеп үткәрергә мәжбүр.
«Телгә һөйөү ғаиләнән башлана» тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, әгәр атай-әсәйҙәр ғаиләлә баланың телмәренә иғтибар итмәй, үҙҙәре лә ҡушылып рус телендә һөйләшһә, телде юғалтыу ҡурҡынысы көндән-көн яҡынаясаҡ. Шуға атай-әсәйҙәр балаһына туған телде өйрәтеүҙе үҙенең бурысы итеп ҡараһын ине.
Атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем – башҡорттар. Ғаиләлә тик башҡортса ғына аралашабыҙ.
Бөгөнгө атай-әсәйҙәрҙең күбеһе иртәнән алып кискә тиклем эштә. Өйҙә осрашҡанда, балаларына иғтибар бүлеп, һөйләшергә, туған телгә өйрәтергә ваҡыттары ла, хәлдәре лә ҡалмай. Ләкин ваҡыт тиҙ үтә, бала үҫә, уның телмәре лә байый. Тик киләсәктә ниндәй телдә һөйләшер ул?
Мин бәләкәй саҡта, йоҡлар алдынан әсәйем төрлө әкиәт һөйләй торғайны. Күп осраҡта, һорауым буйынса, уларҙы мауыҡтырғыс итеп, үҙе уйлап сығара. Был туған телемә иғтибарлы булырға ярҙам итте. Һәр ғаиләлә балаларға телде өйрәтеү өсөн ошондай ябай ғына эштәр эшләнһә лә, һөҙөмтәһе буласаҡ.
Бөгөн тиҫтерҙәрем телмәрҙә урыҫ, инглиз телдәрен ҡуллана. Мәҫәлән, “зинһар өсөн”, “былай ҙа”, “исмаһам”, “әгәр ҙә”, “яҡшы” кеүек һүҙҙәр телдән төшөп бара. Улар урынына - “пожалуйста”, “и таки”, “хотя бы”, “если”, “ок” кеүек һүҙҙәр. Хатта ауыҙ тултырып ихлас күңелдән «Рәхмәт» тип әйтергә иренеүселәр бар, «Спс» тип кенә ҡуялар. Ошо проблема йыш ҡына борсой. Тик мин ни эшләй алам һуң?!
Әлбиттә, тиҫтерҙәремә телебеҙҙең йылдан-йыл ярлылана барыуын аңлатырға, саф башҡортса һөйләшергә өгөтләйем. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре әйткәнемде етдигә алмай, көлөп кенә ҡуя. Шуға ла ҙур ғына хыялым бар: телебеҙ менән тиҫтерҙәрем ғорурланһын өсөн башҡортса төрлө конкурс йышыраҡ үткәрелһен һәм уның девизы ла «Мин башҡорт телендә һөйләшәм!» исеме аҫтында үтһен ине.
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халҡыбыҙҙың булмышы сағыла, ул – уның мәңге тере тарихы. Туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың – иле бар, иле барҙың – даны бар, тигән сәсәндәр. Милләттең яҙмышы өсөн беҙ, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр, яуаплы. Уның киләсәге, йәшәүе, үҫеүе – беҙҙең ҡулдарҙа.
Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ,
Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжының 3-сө курс студенты.