Хужалыҡта Радий Хәбиров техника өлгөләрен ҡарап сыҡты, дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Миәкә районындағы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙа ҡорамалдар һәм ашламалар һатып алыуҙы субсидиялау алымдарын камиллаштырыу, һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу, банк кредитын йәлеп итеүҙә ярҙам, социаль өлкәне, биләмәләрҙең инфраструктураһын үҫтереү буйынса фекер алыштылар.
Родниковка ауылында республика Башлығы “СтройМаркет” компанияһының етештереү базаһында булды. Предприятие төҙөлөш һәм биҙәү материалдары һатыу, ауыл хужалығы һәм махсус техниканы йүнәтеү менән шөғөлләнә. Былтыр бында тимер-бетон изделиелар, тауар бетоны, блок, шлакоблок һәм тротуар плитәһе етештереүҙе үҙләштергәндәр. Тағы ла бер эш йүнәлеше – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар яһау һәм контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Радий Фәрит улы контейнер конструкцияһы өлгөләрен ҡарап сыҡты һәм ошондай майҙансыҡтар республиканың бөтә ҡала, райондарында булырға тейеш, тип билдәләне.
Компания етәксеһе Айрат Садиҡов киләсәктә йөк машиналары һәм махсус техника өсөн автозапчастар магазины, тимер-бетон изделиелар сығарыуҙы арттырыу өсөн яңы цех асырға ниәтләүҙәре тураһында һөйләне. Был 40-ҡа яҡын эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының “Көньяҡ” биҫтәһендә башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһын төҙөү күҙаллана. Радий Хәбиров проектлау эштәрен быйыл, ә төҙөлөштө киләһе йыл башларға тигән бурыс ҡуйҙы.
Муниципалитет башлығы Ришат Аҡтуғанов әйтеүенсә, биҫтәлә 777 участка бүленгән, шуларҙың 550-һе – халыҡтың льготалы категорияһына. Әле бында 200-ләп йорт һалынған. Һыу тәьминәте системаһы сафҡа индерелгән, электр һәм газ селтәрҙәре һуҙыу буйынса эш дауам итә. Шулай уҡ юлға ҡырсынташ түшәлә. Тиҙҙән урамдар ҙа яҡтыртыласаҡ.
Ҡырғыҙ-Миәкәлә Башҡортостан Башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Феодосия Пашинаның хәлен белеп сыҡты. 25 ғинуарҙа уға 95 йәш тулған. Радий Хәбиров ветеранға ныҡлы һаулыҡ теләне, уны Өфөгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сараһына саҡырҙы.