Полицияға урындағы ауыл хужалығы предприятиеһының рәйесе мөрәжәғәт иткән һәм бәғзе эшселәрҙең законһыҙ аҡса алыуын белдергән.
Баҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре ойошманың баш бухгалтеры тарафынан мутлыҡ факттарын асыҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, 2016 йылда 51 йәшлек ҡатын эшселәргә премиялар биреү буйынса документтар төҙөп, уны рәйескә тапшырған. Әммә хужа уларға ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡан. Бухгалтер көйөнөп тормаған, аҡсаһыҙ ҡалырға ла йыйынмаған. Ул иҫәп дәфтәренә 32 мең һумды сығым тип теркәгән дә, ошо сумманы ҡулаҡса менән кассанан алып, үҙенә һәм ҡайһы бер хеҙмәттәштәренә бүлеп биргән.
Өс йыл үткәс, рәйес аҡса суммаһының етмәгәнлеген күреп ҡалған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән. Ревизия шиктәренең дөрөҫ икәнлеген асыҡлаған. Законһыҙ премия яҙып байый яҙған бухгалтерға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.