Новости
29 Января 2020, 11:33

Гаджеттар: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Ғалимдар гаджеттарҙың балалар һәм йәш үҫмерҙәр йоҡоһона йоғонтоһо тураһында һөйләне.

Йәш үҫмерҙәрҙең 50-нән 90 процентына тиклеме ятҡас йоҡоға китә алмай. Уларҙың барыһы ла тиерлек йоҡлар алдынан гаджеттарҙан файҙалана. Был ғәҙәти хәл. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кешенең кис һәм төндә гаджеттарҙан файҙаланыуы менән насар йоҡо араһында бәйләнеш бар. Был хаҡта «Российская газета»ға психология фәндәре кандидаты, МДУ-ның психология факультетының нейро һәм патопсихология кафедраһы доценты Елена Рассказова белдергән.

Ғалим аңлатыуынса, гаджеттарҙың асыҡ экраны нерв системаһын боҙоуға килтерә. Шуға күрә йоҡо боҙола.
"Көн һәм төн циклдарының бындай өҙөклөгө файҙаға түгел", — тип хәбәр иткән Елена Рассказова.
Йәш үҫмерҙәр өсөн уртаса йоҡо нормаһы — 9 сәғәт, кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн — 10 сәғәт. Белгес фекеренсә, йоҡлап китеү ваҡыты йоҡонан торғандағыға ҡарағанда мөһимерәк.
Читайте нас