Ир ҡала предприятиеларының береһендә резина ҡушымтаһын вальцовкалаусы булып эшләгән. Технология процесы боҙолған, ә мастер белгестең эшен контролләмәгән. Шул сәбәпле белгестең ҡулы әйләнеп тороусы механизмға эләгә. Бәләгә тарыусы 3-сө төркөм инвалиды булып ҡала.
2006 йылдан ғәҙеллек өсөн көрәшкән ир ахырҙа судта аҡсалата компенсация алыуға өлгәшә. Шулай итеп, бары быйыл ғына суд ойошмала хеҙмәт процесының боҙолоуын таныны һәм предприятиеға 350 мең һумлыҡ күләмендә штраф һалды, тип хәбәр итә BashNews.