Новости
29 Ғинуар 2020, 11:05

Беҙҙә лә - камералар!

Райондарҙа, шулай уҡ Стәрлебашта ла, юлдарҙа фотовидеофиксация камералары урынлаштырыуҙары тураһында күптән һөйләйҙәр ине. Һәм бына бөгөн белгестәрҙең эшен күрәбеҙ.

Улар алда камера тороуын иҫкәртеүсе яңы билдәләр ҡуя, шулай уҡ тиҙҙән эшләй башлаясаҡ камераларҙы урынлаштыра. Бөтәһе тиҫтәгә яҡын камера ҡуйыу планлаштырыла. Улар район үҙәгенең Ленин, Мәктәп, Юбилей, Тау, Туҡаев урамдарында, урамдар киҫелештәрендә, шулай уҡ Йәлембәт, Иҫке Ҡалҡаш, Яңы Ҡалҡаш автомобиль юлдары киҫелештәрендә урынлаштырыла.
Федераль, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеофиксациялау стационар камералары һанын арттырыу – “Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора.
Стәрлебаш районы водителдәренә юлдарҙа тағы ла иғтибарлыраҡ булырға, “бәхет хаттары” килеп төшмәһен өсөн тиҙлек режимын, бөтә башҡа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә генә ҡала.
Читайте нас