Нисә градус һыуыҡта балаларҙы мәктәпкә ебәрмәҫкә мөмкин? - 23 градус һыуыҡта ауыл ерендә уҡыған 1-се - 4-се класс; - 25 градус һыуыҡта ҡалала йәшәгән 1-се - 4-се класс; - 25 градус һыуыҡта ауылда йәшәгән 5-се -9-сы класс; - 27 градус һыуыҡта ҡалала йәшәгән 5-се - 9-сы класс; - 30 градус һыуыҡта ауылда йәшәгән 10-сы - 11-се класс; - 32 градус һыуыҡта ҡалала йәшәгән 10-сы -11-се класс уҡыусыларына мәктәпкә бармаҫҡа рөхсәт ителә. Ләкин был уҡытыусыларға ҡағылмай. Улар барыбер ҙә мәктәпкә булырға тейеш. Белем биреү интернет селтәре аша алып барыласаҡ.