Новости
28 Ғинуар 2020, 12:36

Үткән аҙнаға йомғаҡ

Үткән аҙнала республика юлдарында ун кешенең ғүмере өҙөлдө...

20-26 ғинуар:
62 автомобиль аварияһы теркәлгән;
79 кеше ауыр йәрәхәттәр алған;
35 тапҡыр машиналар бәрелешкән;
16 йәйәүлене төрттөргәндәр;
17491 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар;
271 иҫерек водитель тотолған.
Туғыҙ кеше машиналарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә һәләк булһа, бер кеше тапалып үлгән.
Унауҙың дүртәүһе яҡты донъя менән йәкшәмбе хушлашҡан.
Иң күп автоавариялар шаршамбы теркәлгән - 17!
Фото: Д.З. Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/tk-n-a-na-a-yom-a-95455/
Читайте нас