Новости
28 Января 2020, 06:47

Табипты суд көтә...

Бәләбәй үҙәк дауаханаһының 26 йәшлек табибын пациентҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәүҙә ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә ауырыу вафат булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика прокуратураһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2018 йылдың апрелендә ашығыс ярҙам 57 йәшлек ирҙе урындағы дауаханаға йөрәк ишемияһы менән килтерә. Дежур иткән табип пациентты ҡарағандан һуң уны дауаханаға урынлаштырмай, кардиологты кәңәшкә саҡырмай, тәүге медицина ярҙамын күрһәтмәй өйөнә ҡайтарып ебәрә. Кискә табан ирҙең хәле насарлана һәм вафат була. Экспертиза раҫлауынса, ваҡытында тейешле медицина хеҙмәте күрһәтелгәндә пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалып булыр ине.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымаған, енәйәт эше судҡа ебәрелгән, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото:”Башинформ”
Читайте нас