Өфө халҡы фашизмды еңеүгә индергән ҙур өлөшө, тылда күрһәткән хеҙмәт батырлығы, ҡаһарманлығы, Ватаныбыҙ алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн ошондай бөйөк исемгә лайыҡ була. Герой ҡалалар халыҡ-ара союзынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына төбәп килгән хатта: "Икенсе донъя һуғышының тамамланыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләгән йылда Өфөгә "Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы" тигән маҡтаулы исем бирелә", - тип яҙылған.