Машина хужаһы тик ятмай, үҙе лә эҙләүгә тотона һәм Раевка урамдарының береһендә “Лада Гранта”һын күреп ҡала. Автомобилдең ишеген асһа, унда йән дуҫы ултыра! Полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп етә һәм ғәйепләнеүсене полиция бүлегенә илтә.
Ирҙең әйтеүенсә, ул бер ни ҙә иҫләмәй, сөнки лаяҡыл иҫерек була. Яҡын көндәрҙә машина хужаһына ҡайтарыласаҡ, уғрылыҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.