Өфө полицияһына 21 йәшлек егет ғариза яҙған. Әйтеүенсә, билдәһеҙ ир уның 14 йәшлек ҡустыһының телефонын тартып алған. Эш былай булған: таныш булмаған ир, кеҫә телефонын кемгәлер кисекмәҫтән шылтыратырға кәрәк тип һорап алған да, смартфон ҡулына эләгеү менән ҡасып киткән.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, баланы талап ҡасҡан намыҫһыҙ бәндәне эҙләйҙәр. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләрҙе тағы берҙе иҫкәртә: балаларығыҙ сит кешеләр менән аралашҡанда уғата һаҡ булырға тейеш, сөнки сит-яттарға ышаныу талау ғына түгел, ә күпкә ауырыраҡ енәйәт менән тамамланыуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ!