Новости
27 Ғинуар 2020, 10:53

Йондоҙнамә (27 ғинуар - 2 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Үткән ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтыу фай­ҙа килтерер. Элек алған тәжри­бәгеҙҙе ҡулланырһығыҙ. Күптән белгән кеше­ләрҙең кәңәше лә урынлы булыр. Шар­шамбыла һеҙҙе ҙур уңыш көтә. Башҡалар булдыра алмағанды ла еңел эшләрһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡәҙимге аҙна. Барыһы ла һеҙ уйла­ғанса барыр. Тик шаршамбыла ғына бөтөнләй уйламаған эш менән булы­шырһығыҙ. Ҡыйынлыҡ менән булһа ла, уны уңышлы башҡарырһығыҙ. Бының өсөн хатта ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әллә ни ҙур иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҫ кеүек. Тик бәғзеләргә түҙем­легегеҙ етмәүе лә ихтимал. Бер юлы ике-өс эшкә тотоноп, һемәйеп ҡуйы­уығыҙ ҙа бар. Шаршамбыла эске тауышы­ғыҙ ниндәйҙер кәрәкмәгән нәмәнән ҡотолорға ярҙам итер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ғөмүмән, ыңғай ваҡиғалар булырға оҡшай. Уй-фекерҙәрегеҙҙе башҡалар ме­нән уртаҡлашыу файҙа бирер. Бәғзе­ләр ышаныслы фекерҙәштәр ҙә таба алыр. Кесе йомала бер аҙ борсолорға ла тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала ҡыйынлыҡтар күбәйер. Әммә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, барыбер бер аҙ алға табан китә алырһығыҙ. Һәр хәлдә өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен боҙ­мағыҙ. Шаршамбыла ишеткән тәҡдимгә яуап бирергә ашыҡмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор ҡайһы бер күптәнге мәсьәләне хәл итеү өсөн уңайлы. Улар әллә ни ҙур булмаһа ла, эсегеҙҙе бошора ине һы­маҡ. Бынан һуң һиҙелерлек еңеллек то­йорһоғоҙ, моғайын. Яҡшы таныш эштә­регеҙ һәйбәт барыр. Аҙна йомғаҡтарына мотлаҡ ҡыуанырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Алдан уйлаған маҡсаттарығыҙҙы үтәү еңел булмаҫ. Ҡайһы бер ваҡиғаларға тейешле баһа бирмәүегеҙ өҫтәмә ҡы­йынлыҡ тыуҙырыр. Шаршамбыла һис тә уйламаған хәлдәр тағы ла ҡамасаулар, моғайын. Кесе йомала әллә ни ҙур булмаған аҡсалата килем алырһығыҙ, ахыры.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Барыһы ла ҡәҙимгесә барған кеүек. Тик бәғзеләрҙе ниҙер борсор. Йондоҙҙар мөмкин тиклем алдан ҡорған юлдан тайпылмаҫҡа ҡуша. Тап был арала нин­дәйҙер ҙур эште тамамларһығыҙ. Хата­ларығыҙ өсөн үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ, алған тәжрибәгеҙҙең артабан кәрәге тейәсәк.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна бер аҙ икеле башланасаҡ. Әгәр алдағы ваҡиғаларҙы, үҙ аҙымдарығыҙҙы дөрөҫ фаразлай алһағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр. Шаршамбыла уй­ла­маған ҡыйынлыҡтар көтөлә, ләкин һеҙ быға әҙер булырһығыҙ. Уларҙы хәл итеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был көндәрҙә оҙаҡ көткән тыныс мәл кисерерһегеҙ. Алдығыҙҙа торған мәсьә­ләләрҙе хәл итеү юлдарын да асыҡ­ла­нығыҙ, буғай. Тик маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Шәмбелә ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға булыуы ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы саҡта иң еңел һәм ябай юлдар менән барыуығыҙ мөһим. Бик тәрәнгә «сумырға» тырышмағыҙ, юғиһә эштәрегеҙҙең оҙаҡҡа китеүе мөмкин. Икеле хәлдәрҙә үҙ тәжрибәгеҙгә генә таянығыҙ, кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Кесе йомала ҡулығыҙға бер аҙ аҡса килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Күптән көткән тыныс көндәр етте кеүек. Күптәр киләсәккә өмөт менән ҡа­рай башлар. Һуңғы ваҡытта күпселек мәсьәләгә тулы асыҡлыҡ индерә алыр­һығыҙ. Шаршамбыла ыңғай ваҡиғалар көтөлә. Йомалағы хәлдәрҙә үҙ көсөгөҙгә генә таянырға тура килер.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/yondo-nam-27-inuar-2-fevral/
Читайте нас