Новости
27 Ғинуар 2020, 06:10

Улар ниндәй дауалау көсөнә эйә?

Һәр үлән, сәскә - тәбиғәт хазинаһы. Уларҙың һаулыҡҡа, матурлыҡты һаҡлауға, кәйефкә ыңғай тәьҫире хаҡында барыбыҙ ҙа белә.

Үлән, сәскә, тамырҙарҙа кеше сәләмәтлеге өсөн мөһим эфир майҙары, фитонцидтар бар. Ләкин тәбиғәт ҡосағына сығып, шифалы үҫемлектәрҙең еҫенән ләззәтләнеү мөмкинлеге йыш тәтемәй шул. Ҡыш иһә шул йәшеллекте һағынабыҙ. Шуға ла өйҙә күҙҙе иркәләгән, һауаға саф еҫ бөрккән йәмле гөлдәрҙең булыуы мотлаҡ. Әгәр бындай мөмкинлек булмаһа, дауалау көсөнә эйә эфир майҙарының да файҙаһы ҙур.
Балағыҙҙың кәйефе йыш төшһә, тиҙ арыһа, йәсмин, лаванда, бөтнөк, әнис еҫтәре уның нервы системаһын яйға һалырға һәм әүҙемерәк булырға ярҙам итер. Унан тыш, был үҫемлектәр мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡәнәфер, ҡарағат, миләш, балан, лавр япрағының еҫтәре кәйефте күтәрә, көс-ғәйрәт өҫтәй.
Әфлисун, мандарин, лимон, еҫле яран гөлөнөң тәьҫире, киреһенсә, тынысландыра. Улар күреү һәләтен яҡшырта. Ә энәлек, шыршы, ҡарағай, тирәк еҫтәре йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген тәртипкә һала.
Шыршы, ҡара шыршы, аир, бағанаҡ үләндәре, һарымһаҡтағы фитоноцидтар йоғошло бактерияларға, шул иҫәптән стафилококк, стрептококк һәм дизентерия уятҡан вирустарға ҡаршы көрәшә.
Әйтелгән үлән-сәскәләрҙе киптереп, һәр береһенән мендәр ҙә яһап була. Әгәр уларҙа тыныс йоҡлаһағыҙ, иртән яҡшы кәйеф менән уянһағыҙ, тимәк, был үләндәр һеҙгә килешә. Сәләмәт булайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усмановаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Ular-nind-y-daualau-k-s-n-ey-92650/
Читайте нас