Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
27 Ғинуар 2020, 06:05
Өфөлә диңгеҙселәргә арналған музей буласаҡ
25 ғинуар Рәсәй студенттарының көнө генә түгел, ә Хәрби-Диңгеҙ Флоты штурмандары көнө булараҡ та билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур йөкмәткеле пост ҡуйҙы һәм Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей булдырыласағы хаҡында белдерҙе.
“Бөгөн, 25 ғинуар – Татьяна көнө, бөтә студенттарҙың байрамы ғына түгел, Хәрби-Диңгеҙ Флоты штурмандары көнө лә. Беҙҙең яҡташтар – Валериан Альбанов, Геннадий Казанин, Валентин Смирнов, Фидүс Әсхәҙуллин һәм башҡалар – Төньяҡ Боҙло океанды һәм Антарктиданы яулаған шәхестәр. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан ҡайҙа ла, Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстар ҡайҙа... Әммә Вениамин Кавериндың “Ике капитан” әҫәрен уҡып үҫкән беҙҙең быуын өсөн диңгеҙ темаһы, диңгеҙ капитандарының һәм штурмандарҙың ҡаһарманлығы һәр ваҡыт яҡын булды. Легендар диңгеҙ гиҙеүселәрҙең “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә” тигән девизы минең күңелемдә үҫмер саҡтан уйылып ҡалған.
Беҙ Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүселәргә, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға арналған музей асырға ҡарар иттек. Унда малайҙар һәм ҡыҙҙар легендар яҡташтарыбыҙҙың исемдәре уйып яҙылған һалҡын диңгеҙҙәрҙе үҙләштереү тарихы менән яҡындан таныша аласаҡ”.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Автор: Гөлдәр Яҡшығоловаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-l-di-ge-sel-rg-arnal-an-muzey-bulasa-92967/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"