Новости
27 Января 2020, 06:05

Бер таба картуф мажараһы

Беренсе курс. Беренсе сессия. Имтихандар араһындағы өс-дүрт көн эсендә төн уртаһына тиклем киләһе һынауға әҙерләнергә тырышабыҙ. Ғөмүмән, сессия ваҡытында ятаҡ айырым бер режимдағы тормош менән йәшәп ала торғайны.

Төнгө 12-ләрҙә киске аштан ҡалған картуфты йылытып ашарға булып киттек. Әммә ун минуттан сығып ҡарауыбыҙға дөйөм кухняның плитәһендәге табабыҙҙан елдәр иҫкән ине. Бүлмәләшем Земфира менән: “Кем булыуы ихтимал?” – тип фаразлап коридорҙа торабыҙ. Беҙҙең картуф юғалтыуыбыҙҙы белгән бер студент: “Бына ошо бүлмә ҡыҙҙары көлә-көлә таба тотоп инеп китте”, – тип төртөп күрһәтте. Аптырауға ҡалдыҡ: ятаҡтағы егеттәрҙең һирәк-һаяҡ ҡыҙҙар бешергән ризыҡты урлауын ишеткәнебеҙ бар ине, әммә бында – ҡыҙҙар... Етмәһә, өлкән курс студенттары.
Шулай ҙа барып ишектәрен шаҡый башланыҡ. Тәүҙә “шырҡ-шырҡ” көлөү тауыштары ишетелде лә, “Ҡыҙҙар, асығыҙ! Беҙҙең картуфты һеҙ алғанды беләбеҙ”, – тигәс, шып-шым булдылар.
Бер аҙ торҙоҡ та, юҡ, былай булмай тип, тағы шаҡырға тотондоҡ. “Ҡыҙҙар, картуфты ашаһағыҙ ҙа, табаны бирегеҙ!” – тибеҙ ишек аша.
Бер мәл ишек асылып китте. Бүлмәләге өс ҡыҙ үҙҙәре көлә, үҙҙәре уңайһыҙланып ғәфү үтенә. Өҫтәлдә беҙҙең буш табабыҙ ултыра.
Ә хәл былай булған. Быларҙың курсташ егеттәре ураған һайын йә картуфтарын, йә бешерергә ҡуйған иттәрен урлап ашап йонсота икән. Төнгә ҡарай шул егеттәрҙең картуф ҡыҙҙырып йөрөгәнен күргән ҡыҙҙар: “Әйҙә әле, был юлы беҙ уларҙы һемәйтәйек”, – тип план ҡорған. Әммә табаларҙы бутағандар.
Ҡыҙҙар беҙҙән ҡат-ҡат ғәфү үтенде. Әлбиттә, хәлдең асылын белгәс, асыуланманыҡ – буш табаны тотоп көлә-көлә ҡайтып киттек.
Фото: koolinar.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Ber-taba-kartuf-magara-i-92886/
Читайте нас