Бындай кешене, үпкәләштән булмаһын, “ағыулы” тип атарға мөмкин. Уның менән бер тапҡыр ғына осрашып онотһаң ярай, ә бына көн дә тиерлек аралашырға тура килһә... Нимә эшләргә?
Иң беренсе “ағыулы” кешеләрҙең ниндәй булыуын асыҡлап үтәйек. Бында шәхсән үҙегеҙгә оҡшамаған, күңелегеҙгә ятмағандарҙың барыһын да индереү хата, әлбиттә. “Ағыулы”лар бәйләнсек, үҙ һүҙле була, тормоштарында барыһы ла насар, улар йыш һуҡрана, зарлана, үҙҙәрен гел хаҡлы тип уйлай, "себен"дән "фил" яһап ғауға ҡуптарыуға оҫта, йәлләүҙең, мәрхәмәтлелектең ни икәнен белмәй, тирә-йүндәгеләрҙе артынан тәнҡитләй, ғәйепләй, кире күренештәрҙән ләззәт ала.
Ошондай кешенең ҡорбаны булмаҫ өсөн, беренсе сиратта, уларҙан мөмкин тиклем йыраҡ торорға кәрәк. Әммә был вариант йыш ҡына һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә иң яҡшыһы – ундайҙар менән аралашыуҙы дөрөҫ итеп ҡора белеү, тип кәңәш бирә психологтар. Үҙеңдә уның “ағыуы"на ҡаршы торорлоҡ иммунитет булдырырға кәрәк.
* Ундай кеше менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметегеҙ. Шәхси киңлегегеҙгә индермәгеҙ, үҙегеҙгә оҡшамаған темаларҙы, зарҙарҙы, тәнҡитте туҡтатырға өйрәнегеҙ.
* “Ағыулы” кеше һеҙҙә кире хистәргә ҡотҡо һала. Шуға күрә бар көсөгөҙ менән һалҡын ҡанлылыҡты, рухи тыныслыҡты һаҡлағыҙ. Ул хис-тойғоғоҙҙо һиҙмәһен.
* Ундай кешегә үҙегеҙ, проблемаларығыҙ, сәләмәтлегегеҙ, ғөмүмән, шәхси мәсьәләр тураһында бер нәмә лә һөйләмәгеҙ. Уға үҙегеҙгә ҡаршы “ҡорал” бирмәгеҙ.
* Ваҡытында берәй сәбәп табып, уның янынан китергә тырышығыҙ.
* “Ағыулы” аралашыуҙың йоғонтоһон бөтөрөү өсөн үҙегеҙгә оҡшаған, нервыларығыҙҙы тынысландыра торған берәй хоббиғыҙ булһын.