Мәҫәлән, Арыҫлан ауыл биләмәһендә ошондай 145 прибор ҡуйылған, шуларҙың 53-ө – яңғыҙ йәшәгән оло кешеләрҙең йортонда.
Биләмәнең Сүрбай ауылында иһә хәүефһеҙлекте тәьмин иткән яйланма 48 шәхси йортта урынлаштырылған. Унда 63 өй иҫәпләнә, 196 кеше йәшәй. Биш ишле ғаилә приборҙар менән бушлай тәьмин ителгән. Билдәле булыуынса, хәҙер льготалылар категорияһына 53 йәштән уҙған яңғыҙ йәшәүселәр ҙә ҡарай, бында ундайҙар - 30 кеше.
"Ауыл биләмәһендә әлеге эш дауам итә. Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡулайламалар менән барлыҡ йорттар тәьмин ителәсәк", – ти ауыл хакимиәте башлығы.