Новости
26 Ғинуар 2020, 08:05

Штраф түләп, егеттәрҙе ҡайтарып булһа икән...

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы фажиғә һөҙөмтәһендә ике егет һәләк булған осраҡты тикшереүҙе тамамланы.

2019 йылдың 3 декабрендә “ПромЖД-Гарант” локомотив депоһында тепловоздың яғыулыҡ багы шартлай. Һөҙөмтәлә 48 йәшлек машинист менән 41 йәшлек эшҡыуар утта ныҡ бешә һәм дауаханала йән бирә. Асыҡланыуынса, шартлауҙан ярты сәғәт алда улар тепловозға яғыулыҡ торбалары урынлаштырыу эшен башҡарған. Торбаларҙы бөгөү өсөн асыҡ рәүештә ялҡын файҙаланылған - пропан һәм кислород ҡушымтаһы.
Бөтә эш тепловоздың багы өҫтөндә башҡарылған. Тик эшселәр бер көн алда ошо бакка ике тонна дизель ҡойғандарын белмәгән. Газлы һауа мөхитен бер кем дә тикшермәгән. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы фажиғәне ныҡлап тикшергәндән һуң бәхетһеҙлектең сәбәбен эште насар ойоштороуҙа, хеҙмәтте һаҡлау буйынса эшселәрҙең белемен тикшермәүҙә күрә. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 600 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған.
Фото: UfacityNews.ru
Дина Арсланова
  • Читайте нас