Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Ғинуар 2020, 07:15
Үҫмерҙәргә ни етмәй?
Өфө ҡалаһында үҫмерҙәргә бәйле сираттағы ҡурҡыныс хәл теркәлде. Ата-әсәһе 14 йәшлек ҡыҙҙарын фатирҙа аңһыҙ килеш тапҡан. Был хаҡта UfacityNews.ru баҫмаһы хәбәр итә.
Ата-әсә шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Тиҙ арала килеп еткән табиптар хәбәр итеүенсә, ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгән. Ярай әле яҡындары уны ваҡытында күреп ҡалған.
Табиптар ҡыҙҙа өсөнсө дәрәжә кома булыуын билдәләгән. Баш ҡаланың 22-се дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ полицияға хәбәр иткән. Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм эш алып бара. Тәфтишселәр аяныслы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: UfacityNews.ru
Самат Ғәлин
1
1
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"