Новости
26 Ғинуар 2020, 09:25

Быймалары шәп бит, әй!

Бөрйән районы Байғаҙыла быйма байрамы үткән.

Көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем ҡатнашҡан. Улай әйтеү генә лә әҙ – кемуҙарҙан быймаларын биҙәп, уларға таҡмаҡтар сығарып, бына тигән итеп үткәргәндәр байрамды.

Ағинәйҙәрҙең дәррәү әҙерләнгәнен ошо байрамға.

Һай, дәртле лә һуң беҙҙә халыҡ, тип тел шартлатырға ғына ҡала!
Рәшит Көмөшбаев фотоһы.
Читайте нас