Новости
25 Ғинуар 2020, 10:00

ТУҒАНЫМ ТИП ТОРМАЙ...

Өфөлә ҡыҙ бала класташына бысаҡ менән ташлана. Аяныслы хәл Нижегородка биҫтәһе мәктәптәренең береһендә теркәлә.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан шул асыҡлана: ҡыҙҙар бер йортта йәшәй һәм ике туған апалы-һеңлеле була. "Ҡазаланған 12 йәшлеге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Бәхеткә күрә, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башланы.
Фото: «Башинформ».
Автор: Римма Султанова
Читайте нас