Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Ғинуар 2020, 09:40
Көндәр, ниһайәт, һыуытасаҡ дуҫтар!
Республиканы биләгән аномаль йылылыҡ сигенә, уны һауыҡтар алмаштырасаҡ тип вәғәҙәләй синоптиктар. Бирһен Хоҙай...
Бөгөн Өфөлә көндәгенән һыуығыраҡ, аяҡ аҫтындағы ҡар лысҡылдап, епшек булып ятмай.
Иртәгә, 23 ғинуарҙа һауа температураһы түбәнәйәсәк. Көндөҙ һәм төнөн дә -2, -7 градус температура буласаҡ. Епшеҡ ҡар яуасаҡ, төндә буран ҡубасаҡ. Айырым райондарҙа һәм юлдарҙа боҙлауыҡ.
24 һәм 25 ғинуарҙа иһә ныҡлап һыуытасаҡ. Төндә термометр бағанаһы -6, -11 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, аяҙытҡанда -12, -17 градус. Көндөҙ -5, -10 градус һалҡын, бер аҙ ҡар яуасаҡ, айырым төбәктәрҙә боҙлауыҡ көтөлә.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostanda-n-k-nis--iuitasa-89622/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"