Белгестәргә беҙҙең ил кешеләренә тәғәйенләнгән теркәү урындарын, самолетҡа сығыу ишектәрен күрһәткәндәр. Әйткәндәй, Ҡаһирәлә рәсәйҙәр өсөн айырым мөмкинлектәр күптән эшләй: мәҫәлән, Мәскәүгә осоусылар, башҡаларға ҡарағанда, нығыраҡ тикшерелә.
Беләһегеҙ, Мысырға осоштар 2015 йылдың ноябрендә туҡтатылды. 31 октябрҙә Шарм-әл-Шәйехтән Санкт-Петербургҡа осоусы самолет теракт һөҙөмтәһендә шартлап, 224 кеше һәләк булғайны.
Шуға ла хәҙер Рәсәй етәкселеге айырым хәүефһеҙлек шарттарын талап итә.
Туристарға тура юл асылыр, моғайын. Был турала былтыр октябрҙә Президент Путин менән Мысыр башлығы Әбделфәттах Сиси һөйләшкәйне.
Осоштар ҡасан асылыры билдәһеҙ, әммә яҡын арала, тиҙәр. Тимәк, йәнә лә һаумы, Ҡыҙыл диңгеҙ!.. Тик теракт шаңдауы барыбер ҡамасаулар кеүек беҙҙекеләргә. Әллә хәтеребеҙ ҡыҫҡа булырмы?
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/i-il-di-ge-g-yiyina-tor-a-i--a-bula-91362/