Новости
24 Ғинуар 2020, 09:05

Үҫмер ҡыҙ туғанын сәнскән

Үҫмерлек ваҡытынан уҡ бысаҡҡа тотонған был балаларға нимә әйтәһең инде?

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе 12 йәшлек ҡыҙ мәктәптә тәнәфес ваҡытында үҙенең ике туған булған тиҫтеренә бысаҡ менән сәнскән. Яраланған уҡыусы дауаханаға эләккән.
Бер туған ағалы- ҡустылының балалары өс ҡатлы шәхси йортта, икеһе ике фатирҙа йәшәгән. Туғандарҙың торлаҡ өсөн талашыуы балаларҙа ла сағылыш тапҡан инде.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/mer-i-tu-anin-s-nsk-n-90996/
Читайте нас