Ваҡиға урынына алты машинала 21 янғын һүндереүсе сыҡҡан. Асыҡланыуынса, янғын сығанағы подвалда, өскә ике метрлыҡ бәләкәй генә кухняла булған. Ул биш ҡатлы торлаҡ йорттоң төкәтмәһендә урынлашҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар йорттоң икенсе ҡатынан 13 кешене эвакуациялаған, шул иҫәптән бер инвалидты һәм бер баланы. Зыян күргәндәр, һәләк булғандар юҡ. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
Ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлы эшмәкәрлеге һәм етеҙлеге генә хәлдең фажиғәһеҙ тамамланыуына килтергән, сөнки уттың ҡойроғо юҡ, ә төнөн торлаҡ йортта сыҡҡан янғын унлата ҡурҡыныс.