Новости
23 Ғинуар 2020, 05:15

Йәш баянсы поезға саҡ һуңламаған...

Ағиҙел ҡалаһынан 2-се класс уҡыусыһы Вадим Төхвәтуллин "Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!" тип аталған популяр телешоуҙа ҡатнашты.

Мәскәүгә тапшырыуға төшөүгә ул ата-әсәһе, уҡытыусылары, өлкән ағаһы Тимур менән бергә бара.
"Юлға сыҡҡас та мажаралар башланды: поезға һуңлай яҙҙыҡ. Станцияға килеп еткәс, баян, ауыр сумка менән составтың бер осонан икенсеһенә йүгерергә тура килде, сөнки Мәскәү экспресс поезы Яңауылда бары ике минутҡа ғына туҡтала. Бәхетебеҙгә күрә, өлгөрҙөк", - тип юл мажаралары менән уртаҡлашты ғаилә.
"Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!" - "Ҡыҙыл квадрат" телекопанияһының проекты. Тапшырыуҙы телевизорҙан ҡарауы, әлбиттә, күңелле, ә бына төшөрөүе ныҡ ауыр, тиҙәр. Быны Төхвәтуллиндар ғәмәлдә күреп, хайран ҡалып ҡайтҡан.
"Әммә Максим Галкин сәхнәгә сыҡҡас, төрлө мәшәҡәттәр шунда уҡ онотола. Ул, ысынлап та, ҙур артист һәм күркәм алып барыусы. Тамашасы ихлас көлөрлөк итеп бер туҡтауһыҙ шаярта", - ти малайҙың әсәһе. Вадим һынатмай: матур итеп баянда уйнап, тамашасының һөйөүен яулай.
Шулай итеп, Төхвәтуллиндар Мәскәү менән танышып, Ҡыҙыл майҙанда булып, ваҡыттарын файҙалы ла, иҫтәлекле лә итеп үткәрә. Улар тапшырыуҙа ҡатнашыуҙың бушлай булыуын белдерҙе, баш ҡалала йәшәү өсөн дә түләргә кәрәкмәй. "Бөтәһенән дә яҡшыраҡ!" проектына эләгеү өсөн кастингта ҡатнашырға кәрәк.
"Ҡатнашыусылар ысын конкурсҡа әҙерләнгән кеүек тырышырға, аҙ ғына ваҡыт эсендә жюри ағзаларын хайран ҡалдырырға тейеш. Вадим төшкән тапшырыуҙы алдағы өс аҙнала күрһәтәсәктәр. Ә беҙ сираттағы конкурстарға әҙерләнә башлайбыҙ. Уларҙың береһе көҙ Мәскәүҙә уҙасаҡ. Тимәк, ҡала менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге лә тыуасаҡ", - ти Вадимдың әсәһе.
Автор: Рәмилә Мусина

  • Читайте нас