Новости
23 Ғинуар 2020, 08:01

Телефондан оҙаҡ һөйләшеү зарарлы

"Роспотребнадзор" белгестәре кеҫә телефонын салбар кеҫәһендә йөрөтөү зарарлы, тип белдерә. Баҡтиһәң, телефон шылтыраған һәм элемтә урынлашҡан ваҡытта гаджеттар тулы ҡеүәтенә эшләй икән. Был мәлдә зарарлы нурҙар ҙа күп бүленеп сыға. Шуға ла белгестәр трубканы шылтырағас, 10 – 12 секундтан һуң ғына ҡолаҡҡа яҡын килтерергә кәңәш итә.

Халыҡ араһында телефондан оҙаҡ һөйләшеү мейе яман шешенә сәбәп булыуы мөмкин тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. Онкологтар үҙҙәре иһә, был ҡараш дәлилләнмәгән, ти. Яман шешкә телефон ни дәрәжәлә тәьҫир иткәне теүәл асыҡланмайынса ла, гаджеттарҙан смс хәбәрҙәр яҙышыу бармаҡтар, быуындарҙың үҙгәрешенә килтереүен раҫлаған. Кеҫә телефондары күҙгә лә һиҙелерлек зыян килтерә.
Һөйләшеү ике минуттан артмаҫҡа тейеш.
Фото: sunhome.ru
Читайте нас