Юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, ул балалар һәм уларҙы оҙата барған өлкәндәр менән аралашты. Дөйөм алғанда, төбәк етәксеһе күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.
– Минең өсөн балаларҙың йылыла, уңайлы шарттарҙа йөрөүе мөһим, – тине Радий Фәрит улы. – Автобус төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусылар бар. Балаларҙы ташыу ҡағиҙәләре үтәлә. Улар өсөн күңелем тыныс.