Новости
23 Ғинуар 2020, 07:36

“Почтаны илттек, көйәләнмәгеҙ!” - тип йыуаттылар

Туймазы районында “Рәсәй почтаһы” машинаһының аварияға юлығыуы халыҡта борсолоу тыуҙырҙы. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, автомобиль Иҫке Туймазынан алыҫ түгел үргә күтәрелгәндә әйләнеп ауа. Социаль селтәрҙә ваҡиғаны һүрәтләгән фотолар шунда уҡ пәйҙә булды.

Республиканың федераль почта бәйләнеше идаралығы вәкиле Борис Слуцкий был күңелһеҙ ваҡиғаға аңлатма бирҙе.
”Почта хеҙмәткәрҙәренең бөтәһе лә иҫән-һау. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә лә был хәл кире сағылыш тапманы, - тип белдерҙе ул. - Алмашҡа дежур автомобиль ебәрелде, бөтә посылкалар тейәлеп, тейешле маршрут буйынса адресатҡа ваҡытында илтелде.”
Ул юлға сығыу алдынан бөтә водителдәрҙең дә медицина тикшереүе, ә автомобилдең техосмотр үтеүе тураһында белдерҙе.
Фото:vk/kom
Читайте нас