Новости
23 Ғинуар 2020, 11:06

Көпә-көндөҙ талаһындар әле...

Баш ҡала полицияһына Октябрьский районында урынлашҡан магазиндарҙың береһенең директоры мөрәжәғәт иткән. Ул сауҙа нөктәһен көпә-көндөҙ асыҡтан-асыҡ талап сығып киткән ирҙең эҙенә төшөргә ниәтләй икән.

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала быға тиклем әллә нисә тапҡыр хөкөм ителгән 29 йәшлек ирҙе тотҡан. Мәғлүм булыуынса, ир магазинға ингән дә, бер кемдән дә ҡурҡып тормайынса, кәштәнән теш пасталарын алып кеҫәләренә тултыра башлаған. Унан, кассаларҙы урап, сығыу яғына йүнәлгән. Магазин директоры талаусыны туҡтатырға теләһә лә, ир ҡасып өлгөргән. Талап алған теш пастаһын иһә ул осраҡлы кешеләргә һатҡан, аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.
Үҙенсәлекле уғрыға ҡаршы сираттағы енәйәт эше асылған.
Фото: events44.ru
Читайте нас