Пассажирҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, гүзәл зат вәкиле салонды һәм бортпроводниктарҙы 40 минут буйы ҙур “көсөргәнеш”тә тотҡан. Гүзәл зат вәкиленең туҡтауһыҙ йәмһеҙ һүҙҙәре, сумкаһы менән һелтәүе бар пассажирҙарҙы ла аптыратҡан, хатта күптәре уны кеҫә телефонына видеоға, фотоға төшөргән. Бортповодниктар ҡатынды бер нисек тә тынысландыра алмағас, уның ҡулдарын бәйләргә мәжбүр булған. Әммә гүзәл зат вәкилен хатта был эш тә тиҙ генә туҡтата алмаған...
Пассажир Галинаның хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәлә экипаж протокол төҙөгән. Командир холоҡһоҙ ҡатын тынысланмаһа, самолетты Иран биләмәһендә ултыртырға мәжбүр буласағы хаҡында белдергән. Ошо хәлдән һуң ғына “дәртле” пассажир тынысланған һәм йоҡоға талған. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоп төшкәс, ҡатынды полицияға тапшырғандар. Уға хәҙер штраф йәки холоҡ төҙәтеү эштәре янай.