Быныһында ла "банктан" шылтыраталар ҙа, клиентҡа ниндәйҙер хәүеф янаған операцияны, йәнәһе, "туҡтатҡанын" хәбәр итәләр.
Шунан ипле генә иҫкәртәләр: "телефонығыҙға вирус эләгеүе мөмкин. Бындай хәүефтән һаҡланыу өсөн махсус ҡушымта ҡуйырға кәрәк".
Зыян күреүсе Play store программаһынан күрһәтмә буйынса ҡушымтаны телефонына урынлаштыра. Алдаҡсылар хәҙер смартфон менән алыҫтан тороп та идара итә аласаҡ.
Төрлө шикле ҡушымталарҙан һаҡ булығыҙ!