Сихырсыны ул Интернет селтәрендә таба һәм уның менән бәйләнешкә сыға. Хеҙмәте өсөн теге ҡатын бисаранан 50 мең һум аҡса һорай, егетенең фотоһын да ала.
Мөхәббәтен юғалтмаҫ өсөн ҡыҙ аҡсаны микрозайм ойошмаһынан ала һәм "ярҙам ҡулы һуҙыусы"ның картаһына уны-быны уйлап тормай күсерә. Им-томсо ханым һүҙҙәренә ҡарағанда, алдағы бер нисә көндә һөйгәне ҡыҙ янына теҙләнеп килергә тейеш булған. Әлбиттә, егет килмәй.
Ҡыҙ сихырсы ҡатындың алдағанын аңлай һәм аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә, тик тегенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе тиҙ арала юҡҡа сыға. Тишек кәмәгә ултырған ҡыҙға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында сихырсы тотолған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.