Новости
23 Ғинуар 2020, 07:57

"Бындай ғәҙелһеҙлеккә башҡаса түҙә алмайым"

Шишмә районы суды ҡасабала йәшәгән Фирүзә Дистанованың дәғүәһен ҡарауҙы дауам итә. Бәхәстең асылы ябай.

"Ҡасабаның “Заречный” биләмәһендәге дүрт урамда утыҙ йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ремонт яһалманы. Мин бындай ғәҙелһеҙлеккә башҡаса түҙә алмайым һәм урындағы властың эшлекһеҙлеген судта иҫбатлаясаҡмын. Ҡом-таш ҡына һибелгән юлды “ҡаты япмалы” тип күрһәтергә тырышалар, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Тәүге ултырышта мин бөтә документтарҙы биреүҙәрен талап иттем. Мотлаҡ экспертиза үткәрергә кәрәк", - ти әүҙемсе.
Юл төҙөү эшенә ҡатнашлығы булған бөтә ойошма вәкилдәре лә судта үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Суд ултырышы 30 ғинуарға билдәләнгән.
Читайте нас