Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әлеге документ коллекторлыҡ эшмәкәрлеген юлға һалыуҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эш төркөмө тарафынан тикшерелгән. Проекттың яңы вариантында профессиональ коллекторҙарҙан халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстарын түләттереү юлы ҡаралған.
Бынан тыш, ике дәүләт реестрын булдырыу күҙҙә тотола, унда, торлаҡ милекселәре йәмғиәттәренән тыш, бурыстарҙы кире ҡайтарыу менән шөғөлләнгән коллекторлыҡ ойошмалары һәм башҡа компаниялар тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ. Барлыҡ ойошмалар ҙа бурыслы кешеләр менән алып барылған һөйләшеүҙәрҙең яҙмаларын ике йыл дауамында һаҡларға тейеш буласаҡ.