Новости
23 Ғинуар 2020, 07:45

Балаһы кәрәкмәйҙер, күрәһең...

20 ғинуарҙа Өфө ҡыҙы, 27 йәшлек Наталья Каталевич (Герасимова) ғәйеп була. Әле уны туғандары һәм ирекмәндәр эҙләй. Ҡатын тураһында ҡыҙыҡ ҡына дәлилдәр асыҡланды.

“Горобзор” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Натальяның сит илдә йәшенеп ятыуы ихтимал. Был турала уның ире Вадим хәбәр итә.
"Мин былтыр ноябрҙә айырылышыуға ғариза бирҙем. Наталья әсәһе менән Максимовкала йәшәй ине. Беҙ 2015 йылда өйләнештек, ике йылдан балабыҙ тыуҙы. 2018 йылда Наталья әсәһенә йәшәргә китте. Минең эш графигы оҡшамай ине уға: иртүк китәм, һуң ҡайтам. Аҙаҡ икенсе ир менән осраша башлауы асыҡланды. Уның исеме - Зинур, тик, ни эшләптер, үҙен Дима тип таныттыра. Ә былтыр декабрҙә ҡатыным миңә баланы ҡалдырҙы ла юҡ булды", – ти Вадим.
Уның белдереүенсә, Наталья яңы ир арҡаһында сығып китмәгән, был ҡарарға үҙаллы килгән.
"Ул бит хат ҡалдырған. Яҙмала әсәһенә барыһы өсөн дә рәхмәт әйткән, тик уны аңламауын белдергән. Шулай уҡ, Зинур арҡаһында түгел, ә “күҙҙәре асылғанға” сығып китәм, тигән. Наталья юғалғас, әхирәте уның кредит аҡсаһына “Шевроле Круз” машинаһы алғанын әйтте. Кредитты ул төрлө банктарҙан һәм микрозайм урындарынан алған һәм Мәскәүгә сығып киткән. Бурыстарын түләмәй, хәҙер миңә банктарҙан шылтыраталар", – ти ир.
Шулай ҙа ҡатын Мәскәүҙә оҙаҡ йөрөмәгән, бер айҙан кире ҡайтҡан. Балаһының хәле менән ҡыҙыҡһынған. Был саҡта сабый атаһы менән йәшәй башлаған булған: Вадим уны өйөнә яҡын балалар баҡсаһына урынлаштырған. Наталья баланы бер нисә көнгә Яңы йыл ҡаршы алырға алып ҡайтҡан. Шулай уҡ ҡатын Зинурҙың ата-әсәһе менән танышҡан, уларҙа ҡунаҡта булған. Тик 20 ғинуарҙа барыһы менән талашҡан да илап сығып йүгергән. Шул көндән һуң уны бер кем дә күрмәгән.
"Зинур полицияға мөрәжәғәт иткән, эҙләүгә ғариза яҙған. Наталья әйберҙәрен, Рәсәй паспортын ҡалдырып киткән. Ул машинаһын һатҡан, әле ҡулында 350 мең һум аҡса һәм сит ил паспорты бар. Моғайын, сит илгә сығып киткәндер. Юғалтаһы нәмәһе юҡ бит: баланы мин ҡарайым. Әле тәфтишселәр аэропорт аша уның сит илгә осҡанмы-юҡмы икәнен тикшерә. 11 февралдә беҙҙең айырылышыу буйынса суд булырға тейеш, килерме-юҡмы, белмәйем", - ти Вадим.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ошоноң кеүек ғәйеп булыу осраҡтары артты. Ҡатын-ҡыҙ балаһын, ирен, донъяһын ташлап сыға ла китә. Нимә тураһында уйлайҙарҙыр, аңлашылмай...
Фото: "Горобзор"
Читайте нас