Новости
23 Ғинуар 2020, 11:02

Ҡасып ҡотола алмаған

Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһы талап итеүе буйынса, Әзербайжандың компетентлы органдары 24 йәшлек Рәсәй гражданын иленә ҡайтарырға булды.

Сибай ҡалаһында йәшәгән ир балаһы өсөн ярты йыл буйына алимент түләмәгән. Бурыс 100 мең һумдан ашҡан. Үткән йылдың ноябрендә Башҡортостан прокуратураһы уны ҡулға алыуҙы юллай. Сибай ҡала суды енәйәт эшен ҡараған сираттағы ултырышҡа ғәйепләнеүсе килмәй. Шуға күрә былтыр август айында атайҙы эҙләүҙе иғлан итәләр. Хәҙерге ваҡытта Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенә ирҙе ҡабул итеп алыу һәм судҡа килтереү эше йөкмәтелгән, тип хәбәр итә ”Башинформ”.
Фото: BashNews
Читайте нас