Новости
22 Ғинуар 2020, 13:21

"Урлауын урлағас ... бульдозер урларға кәрәк!"

... тип хәл иткән был дүртәү.

Бөрө районында урынлашҡан бер ойошма 4 миллион һумдан ашыу махсус техникаһынан яҙған.
Бульдозер Ноғай ауылы янында барған төҙөлөштә була. Заманса күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған булһа ла, ҡиммәтле техника ноябрҙә юҡҡа сыға.
Полиция бурҙарҙың эҙенә төшә алған. Бульдозер энә түгел, ныҡлап йәшерә алмағандар, күрәһең. Уға Дыуан районынан дүрт ир айыу майы һөрткән, баҡһаң.
Бөгөн полицейскийҙар банданың Ҡырмыҫҡалы районында юғалған тракторға ла ҡыҫылышы бар, тип фаразлай. Шик дөрөҫләнһә, зыян күләме 7 миллион һумдан ашыу буласаҡ.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Urlauin-urla-as---buldozer-urlar-a-k-r-k-86401/
Читайте нас